-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
6 Март , 11:00

Биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн

Тауыш бирергә кәрәк.

Биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн
Биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн

15-17 мартта Башҡортостанда 2025 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса тауыш биреү ойошторола. Республика муниципалитеттары 216 йәмәғәт урынын һайларға тәҡдим иткән. Иң күп тауыш йыйған 120 биләмә төҙөкләндереләсәк.

Был эш ил Президенты тәҡдиме менән башланған «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә башҡарыла.

Башинформ хәбәр иткәнсә, быйыл Башҡортостанда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә 1 миллиард 174 миллион һумға 123 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла. Проекттарҙың 67-һе – ҡалаларҙа, 56-һы ауылдарҙа бойомға ашырыласаҡ.

Фото һәм мәғлүмәт Башинформдан.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: