+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
22 Март , 09:50

«Көнсығыш сығыу юлы» асылды

Өфөнән М-5 «Урал» федераль трассаһына күптән көтөп алынған «Көнсығыш сығыу юлы»тантаналы асылды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

«Көнсығыш сығыу юлы» асылды
«Көнсығыш сығыу юлы» асылды

Көнсығыш сығыу юлы — республиканың иң ҙур инфраструктура проекттарының береһе, уның ярҙамында Өфөнән М-5 «Урал» трассаһына 10 минут эсендә барып етергә мөмкин.

Көнсығыш сығыу юлы 1,2 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль тоннеленән, Ҡариҙел аша 2,7 саҡрым оҙонлоҡтағы эстакадалы күперҙән һәм 10 километрлыҡ автомобиль юлынан тора. Дөйөм оҙонлоғо – 13,9 саҡрым.

1 апрелдән төндә юл йөрөү хаҡы еңел автомобилдәрҙән – 20 һум, ә иртәнге сәғәт 6-нан 100 һум тора. Йәмәғәт транспорты, махсус хеҙмәттәр, почта машиналары, мәктәп автобустары Көнсығыш сығыу юлынан бушлай йөрөй.

Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты үтәлешенә лә ҙур өлөш индерә.

Автор:
Читайте нас: