+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
22 Март , 10:00

Торлаҡ төҙөлөшө темпы арта

2024 йылдың тәүге ике айында Башҡортостанда 557 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, был уҙған йылдың ғинуар-февраленә ҡарағанда 20,6% күберәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Торлаҡ төҙөлөшө темпы арта
Торлаҡ төҙөлөшө темпы арта

2024 йылдың тәүге ике айында Башҡортостанда 557 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, был уҙған йылдың ғинуар-февраленә ҡарағанда 20,6% күберәк.

Ғинуар-февралдә бөтә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 3 мең фатир сафҡа индерелгән. Халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредиттар ярҙамында төҙөгән торлаҡ өлөшө 82,9% тәшкил итә. Улар 4110 шәхси йорт һалған. Был иһә уҙған йылдың ғинуар-февраленә ҡарағанда 32,4% күберәк.

Хәҙер Башҡортостан торлаҡты сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округында - икенсе, Рәсәйҙә 11-се урынды биләй.

2023 йылда Башҡортостанда 3,3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән.

 

Сығанаҡ: Башинформ 

Автор:
Читайте нас: