+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
29 Март , 09:15

24 ауылға интернет киләсәк

24 ауылды сымлы интернетҡа тоташтырыу тәҡдим ителде. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

24 ауылға интернет киләсәк
24 ауылға интернет киләсәк

Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы бәйләнеш операторҙарын 1000 кешенән әҙерәк йәшәгән 25 ауылды интернетҡа тоташтырыу өсөн сүс-оптик линияларын төҙөү буйынса яңы проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

Министрлыҡ әлеге механизм буйынса приказға ингән 24  ауылда интернет һуҙыу буйынса бәйләнеш операторҙарынан тәҡдимдәр көтә.

2024 йылда интернет үткәреүгә Тирәкле (Архангел районы), Үрмияҙ (Асҡын), Мәсәле (Ауырғазы), Үмәр (Баҡалы), Өсән-Ивановка (Бәләбәй), Иҫке Мөсәт (Бөрйән), Ҡауарҙы (Ғафури), Күкҡуян ( Дүртөйлө), Ишемғол (Ейәнсура), Май (Иглин), Исәмәт (Илеш), Ҡолғона (Ишембай), Ефремкин (Ҡырмыҫҡалы), Яҡшембәт (Көйөргәҙе), Дарьино (Мәләүез), Салйоғот (Мәсетле), Ҡамай (Мишкә), Татар Малаяҙы (Салауат), Покровка (Стәрлетамаҡ), Кәкребаш (Туймазы), Бөйҙә (Учалы), Сәфәр (Шишмә), Мичурин (Шаран), Яңы Артауыл ( Яңауыл) ауылдары ингән.

Ауылдарҙа йәшәүгә шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан был эштәр "Демография" милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерә.

Автор:
Читайте нас: