+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
6 Апрель , 05:05

Барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депуттары Башҡортостан Хөкүмәтенең йыллыҡ отчетын тыңланы.

Барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә
Барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә

Кисә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһап, Хөкүмәт эшмәкәрлегенә йыллыҡ отчет яһаны. Унда йәшәйештең бөтә өлкәләре лә телгә алынды. Республика милли проекттарҙа һәм төрлө федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша.

Быға миҫал итеп, "Догазофикация" программаһын килтерергә мөмкин. Нәҡ Әбйәлил районының Дауыт ауылынан башланып киткән был программа бөгөн киң ҡулланыш тапты, уның ярҙамында бөтә ил буйынса меңәрләгән йортҡа тәбиғи газ килде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың был өлкәгә етди иғтибар биреүе һөҙөмтәһендә республиканың күп ауылдары "зәңгәр яғыулыҡ"ҡа тоташтырылды. Төбәктә башлап Дауыт ауылының яңы биҫтәләренә газ селтәре һуҙылғас, тәүге йортҡа газ биреү тантанаһына республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе килде. Халыҡ мәнфәғәтендә ғәйәт ҙур башҡарған өсөн һәр кем Башҡортостан башлығына шәхсән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Район ауылдарында мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, социаль-мәҙәни, медицина учреждениеларына ремонт үткәреүгә, уларҙың тәҙрә-ишектәрен алмаштырыуға, ҡыйыҡтарын яңыртып ябыуға, кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә, заманса хәлгә килтереүгә урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программалары ҙур булышлыҡ итә.Был программа һәр ауылда халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләлләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирҙе һәм киләсәктә лә был тәңгәлдә эштәрҙең әүҙем алып барылырына шик юҡ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: