+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
12 Апрель , 09:45

Өфөләге «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсете төҙөлөп бөтәсәк

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Өфөләге «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсете төҙөлөп бөтәсәк
Өфөләге «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсете төҙөлөп бөтәсәк

Ураҙа ғәйете көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшөн ҡараны һәм 2006 йылда төҙөлә башлағанобъекттың төҙөлөшөн тамамлау буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Мәсетте ҡараған ваҡытта хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев Радий Хәбировҡа мәсеттең терәк һәм ҡойма конструкцияларын, шулай уҡ инженер селтәрҙәрен комплекслы тикшереү һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

Республика Башлығы уға барлыҡ төҙөлөш эштәренең этаплы планын тәҡдим итергә һәм эш кәңәшмәһендә Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты вәкилдәре, инвесторҙар һәм ҡыҙыҡһынған яҡтар менән берлектә мәсет тирәһендәге биләмәне үҫтереү проектын тикшерергә ҡушты.

«Беҙ инде билдәле бер ваҡыт мәсет менән шөғөлләнәбеҙ. Әгәр теләһәгеҙ, был  минең һайлау алдынан беренсе вәғәҙәм тип иҫәпләгеҙ – киләһе срокка мәсетте төҙөп бөтөргә. Ошо ваҡыт эсендә ҡул ҡаушырып ултырманыҡ. Бинаны тикшереүгә күп ваҡыт сарыф ителде. Һөҙөмтәләр проблемалар барлығын асыҡланы. Дөйөм алғанда, конструкциялар һәм көмбәҙҙең бөтөнлөгө һаҡланған. Проект-смета документтары өлөшләтә урланған, юғалған йәки яраҡһыҙ хәлгә килгән. Беҙ уны тулыһынса тергеҙҙек, экспертиза үтте һәм хәҙер беҙҙә был объектты төҙөргә мөмкинлек биргән юридик документ  бар», – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе белдереүенсә, бында килеү өсөн тап Ураҙа байрамы көнө һайланған. “Аллаһтың фатихаһы менән ошо эште башларға ниәтләнек. Быны изге билдә тип иҫәпләйем. Беҙ башлаған эште ярты юлда ташламайбыҙ, аҙағынаса еткерәбеҙ, шулай итеп, Аллаһ ярҙамы менән ошо изге тотонорға булдыҡ, шуға ла кәйефем яҡшы», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

“Торлаҡ һәм ҡала “ мөхите милли проектында билдәләнгәнсә, был мәсет сафҡа инһә, ул ҡаланы матурайтыуға ла үҙ өлөшөн индерәсәк.

ФОТО: ufa.aif.ru

Автор:
Читайте нас: