+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
16 Апрель , 17:25

Һигеҙ күпер ремонтлана

Башҡортостанда 2024 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә һигеҙ күпер ремонтлана. 

Һигеҙ күпер ремонтлана
Һигеҙ күпер ремонтлана

 Уларҙың дөйөм оҙонлоғо – 419 метрҙан ашыу. Эштәр Белорет, Салауат, Мишкә, Туймазы, Тәтешле райондарында үткәрелә. Күперҙәрҙе ремонтлауға 225 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү күҙаллана.

– Был күперҙәр ауылдар араһында транспорт бәйләнешен, шулай уҡ туристик объекттарға барыу мөмкинлеген тәьмин итә. Шуға күрә уларҙы тейешле хәлгә килтереү һәм хәүефһеҙ йөрөүҙе тәьмин итеү мөһим, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Подряд ойошмалары эшкә уңайлы һауа шарттары булдырылғас тотонасаҡ. Ремонт эштәрен 2024 йылдың аҙағына тиклем тамамлау ҡаралған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда милли проект сиктәрендә яһалма ҡоролмаларға ремонт 2022 йылдан башҡарыла. Ике йылда 1282 метрҙан ашыу күпер ремонтланған.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-04-15/yylyn-as-esht-r-bashlana-3727282

Автор:
Читайте нас: