-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
19 Апрель , 09:10

Газ үткәреү программаһы киңәйтелде

Рәсәй хөкүмәте социаль газ үткәреү программаһын киңәйтте. Баҡса ширҡәттәрендә урынлашҡан участка хужалары социаль газификациялау программаһында ҡатнаша ала. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Газ үткәреү программаһы киңәйтелде
Газ үткәреү программаһы киңәйтелде

Рәсәй хөкүмәте социаль газ үткәреү программаһын киңәйтте. Баҡса ширҡәттәрендә урынлашҡан участка хужалары социаль газификациялау программаһында ҡатнаша ала. Был турала ҡарарға хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Газ селтәрҙәре газ үткәрелгән тораҡ пункттар янындағы ер участкаларына тиклем бушлай һуҙыла. Бында йорт хужалығына һәм ер участкаһына хоҡуҡ билдәләүсе документтар булыуф мотлаҡ. Ғаризаны өй хужаһы ла, баҡса ширҡәте рәйесе лә бирә ала. Газлаштырыу тураһында ҡарар баҡса ширҡәте ағзаларының дөйөм йыйылышында ҡабул ителергә тейеш.

Ташламалы  газ үткәреү программаһы 2021 йылда беҙҙең райондың Дауыт ауылында  башланды. 2024 йылдың 29 февралендә Президент Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса хөкүмәткә программаны киңәйтергә һәм баҡса ширҡәттәре сигенә тиклем газ һуҙырға ҡушты.

Автор:
Читайте нас: