+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
24 Апрель , 10:20

Ике проект - иң яҡшыһы

Улар ярҙамында йәмәғәт урындары төҙөкләндерелә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ике проект - иң яҡшыһы
Ике проект - иң яҡшыһы
Башҡортостандан ике проект төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы практикалар федераль реестрына индерелгән. Улар: Белорет ҡалаһындағы “Офоҡҡа атла” мәҙәниәт һәм ял ҡала паркын һәм Бөрөләге “Оҫталар урамы” проектының бер өлөшө булған тарихи музей янындағы ихатаны төҙөкләндереү, тип хәбәр итә  БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте

Реестрға Рәсәйҙең 22 төбәгенән илле уңайлы ҡала мөхите булдырыу проекты ингән.

2019 йылдан алып “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса Башҡортостанда 683 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән. Быйыл тағы ла 123 урынды яңыртыу ҡаралған.

2025 йылда ниндәй йәмәғәт урындары яңыртылыр һуң? Онлайн-тауыш биреүҙә 30 апрелгә тиклем ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн https://02.gorodsreda.ru/ йәки https://pos.gosuslugi.ru/lkp/fkgs һылтанмаһы буйынса үтергә кәрәк.

Башҡортостанда быйыл тауыш биреүҙә 216 объект ҡатнаша. Улар араһынан 120 йәмәғәт урыны һайлап алына.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/747297#scroll.

Автор:
Читайте нас: