+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Апрель , 10:05

Соҡорҙар ямала

Башҡортостанда юл эшселәре ҡайнар асфальт менән соҡорҙарҙы ямау эшенә тотона. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Соҡорҙар ямала
Соҡорҙар ямала

Башҡортостанда юл эшселәре ҡайнар асфальт менән соҡорҙарҙы ямау эшенә тотона.

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта асфальт-бетон заводтары асылды. Аҙна һуңына тиклем республика ҡалаларында һәм райондарында тағы 15 асфальт-бетон заводы тулы көскә эшләй башлар тип көтөлә. Төҙөлөш миҙгелендә республикала йәмғеһе 32 завод эшләй, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы үҙенең телеграм-каналында.

Беҙҙең районда ла юлдарҙағы соҡор-саҡырҙарҙы ямау эштәренә тотондолар. Бөгөнгә, район юл ремонт- төҙөлөш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, үҙҙәренең ҡарамағындағы юлдарҙа 70 процентҡа соҡорҙарҙы ремонтлағандар ҙа инде.Быйыл шулай уҡ Белорет-Магнитогорск юлында 5 саҡрым арауыҡты һәм Нияҙғол ауыл эргәһендәге 3 саҡрым юлда асфальтты яңыртып түшәү ҙә планлаштырыла. Былтыр һалына башлаған Яҡтыгүлгә тура юл төҙөлөшө дауам ителәсәк.

Был үҙ сиратында, “Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар” милли проектын үтәүгә лә булышлыҡ итәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: