+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

79 парк һәм сквер яңыртыла

Башҡортостандың 43 муниципалитетында 79 парк һәм скверҙы яңыртыу башланды, ҡалғандарында ла был сара яҡын киләсәктә тормошҡа ашырыласаҡ.

79 парк һәм сквер яңыртыла
79 парк һәм сквер яңыртыла

Башҡортостандың 43 муниципалитетында 79 парк һәм скверҙы яңыртыу башланды, ҡалғандарында ла был сара яҡын киләсәктә тормошҡа ашырыласаҡ.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите“ милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда “) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу”  федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, быйыл республикала 1,2 миллиард һумға 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Был майҙандарҙы яңыртыу буйынса эште 30 октябргя тиклем тамамлау планлаштырылған.

Бынан тыш, 1 июндә бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ҡасабаларҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проектты һайлап алыуға Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ.

Фото: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас: