+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡужандар ауылдаштар осрашыуына әҙерләнә

Ҡужандар ауылдаштар осрашыуына әҙерләнә Ошо көндәрҙә үткән йыйында ауыл халҡы "Һаумыһығыҙ ауылдаштар!" байрамын 22 июндә үткәрергә ҡарар итте.

Ҡужандар ауылдаштар осрашыуына әҙерләнә
Ҡужандар ауылдаштар осрашыуына әҙерләнә

Байрамға әҙерлек сиктәрендә иң элек зыяратты тәртипкә килтереү өмәһенә сыҡтылар. Өмәгә ҡужандар ғына түгел, ошо ауылда тыуып-үҫеп, бөгөн сит тарафтарҙа йәшәгәндәр ҙә ҡушылды. Ике көн дауамында барған өмәлә зыяраттың иҫкергән ҡоймалары яңыртылды, инеү ҡапҡаһы йүнәтелде һәм зыяраттың кәртәһен тулыһынса буяп сыҡтылар.

Төҙөлөш материалдары, шал һатып алыуға аҡсаны бөгөн махсус хәрби операцияла булған ауылдаштары Риф Аҫылғужин менән Динис Хәбиров һәм Әнисә Хисмәтова биргән.

Таштимер ауыл хакимиәте ярҙамында алынған шал менән ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары бер нисә көн өмәгә сығып, клубтың баҡсаһын һәм оло юл буйлап ауылды уратып алынған штакетниктарҙы матур итеп буяп ҡуйҙы.

Берҙәмлектә ¬ көс. Афарин ҡужандар!

Ҡужандар ауылдаштар осрашыуына әҙерләнә
Ҡужандар ауылдаштар осрашыуына әҙерләнә
Ҡужандар ауылдаштар осрашыуына әҙерләнә
Ҡужандар ауылдаштар осрашыуына әҙерләнә
Ҡужандар ауылдаштар осрашыуына әҙерләнә
Ҡужандар ауылдаштар осрашыуына әҙерләнә
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: