-16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡужан матурая

Ҡужандар ауылдаштар осрашыуына әҙерләнә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ҡужан матурая
Ҡужан матурая

Ошо көндәрҙә үткән йыйында Ҡужан халҡы "Һаумыһығыҙ ауылдаштар!" байрамын 22 июндә үткәрергә ҡарар итте.
Байрамға әҙерлек сиктәрендә иң элек зыяратты тәртипкә килтереү өмәһенә сыҡтылар. Бөтә был эштәрҙе ауылдың старостаһы Азат Фәтхуллин менән Таштимер ауыл Советы депутаты Әхтәм Хамматов башлап йөрөнө.

Өмәгә ҡужандар ғына түгел, ошо ауылда тыуып-үҫеп, бөгөн сит тарафтарҙа йәшәгәндәр ҙә ҡушылды. Ике көн дауамында барған өмәлә зыяраттың иҫкергән ҡоймалары яңыртылды, инеү ҡапҡаһы йүнәтелде һәм зыяраттың кәртәһен тулыһынса буяп сыҡтылар.

Төҙөлөш материалдары, шал һатып алыуға аҡсаны бөгөн махсус хәрби операцияла булған ауылдаштары Риф Аҫылғужин менән Динис Хәбиров һәм Әнисә Хисмәтова биргән.

Таштимер ауыл хакимиәте ярҙамында алынған шал менән ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары бер нисә көн өмәгә сығып, клубтың баҡсаһын һәм оло юл буйлап ауылды уратып алынған штакетниктарҙы матур итеп буяп ҡуйҙы.
Төҙөкләндереү эштәре “Заманса ҡала мөхите” милли проектын үтәүгә лә булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: