+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күп ҡатлы йорттар ҡыйыҡтары ремонтлана

Республикала йорттарҙың ҡыйыҡтарын капиталь ремонтлау программаһы эшләй. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Күп ҡатлы йорттар ҡыйыҡтары ремонтлана
Күп ҡатлы йорттар ҡыйыҡтары ремонтлана

 Республикала йорттарҙың ҡыйыҡтарын капиталь ремонтлау программаһы эшләй.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өсөнсө йыл эшләп килгән был программаның үтәлеше хаҡында һөйләне.

«Өсөнсө йыл инде ҡыйыҡтарҙы капиталь ремонтлауға бюджеттан аҡса бүләбеҙ. Был программаны ауыл райондарында йәшәүселәргә ярҙам итеү өсөн башлап ебәрҙек, — тип билдәләне Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында. — Муниципалитетта күп фатирлы йорттар аҙ булһа, капиталь ремонт өсөн иғәнәләр ҙә күп түгел — ремонтҡа оҙаҡ йыйырға кәрәк булыр ине».

Программа берлектә финанслау шарттарында тормошҡа ашырыла. Аҡсаның бер өлөшө — республика, ҡалғаны муниципаль бюджеттан бүленә. Бынан тыш, милекселәрҙең иғәнәләре иҫәпкә алына.

«Йыл һайын беҙ ошо сумманы арттыра барабыҙ. 2022 йылда — 118 миллион һум, 2023-тә — 149 миллион һум, 2024-тә 670 миллион һум йүнәлтелде, шуның 450 миллионы — республика ҡаҙнаһынан. Тотош республикала 136 йорттоң ҡыйығын йүнәтергә ниәтләйбеҙ», — тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы.

Барлыҡ йорттар буйынса проект документацияһы әҙер, подрядсылар менән килешеүҙәр төҙөлгән, ҡайҙалыр эштәр башланған. Ремонт эштәрен ноябргә тамамлау күҙаллана.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: