+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтлау хаҡы

Башҡортостан Хөкүмәте күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау хаҡының сикке күләмен билдәләне. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтлау хаҡы
Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтлау хаҡы

Башҡортостан Хөкүмәте күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау хаҡының сикке күләмен билдәләне.  Һүҙ капиталь ремонт фонды аҡсаһы иҫәбенә төбәк операторы түләй алған хеҙмәттәр хаҡында бара. Мәҫәлән, ике ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттар өсөн йорт эсендәге йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын ремонтлауҙың максималь хаҡы 3474,95 һумға тиклем билдәләнгән, башҡаларға — 2785,91 һумғаса, газ менән тәьмин итеү системаларын ремонтлауға — 1531,92 һум, электр менән тәьмин итеү системаларына — 1793,62 һум, коридор тибындағы күп фатирлы йорттар өсөн һыу менән тәьмин итеү системаларын ремонтлауға — 1856,73 һум, башҡаларға иһә 865,02 һум. Үлсәү берәмеге — квадрат метрҙарҙа.

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда күп райондарҙа, ҡалаларҙа йорттарҙа капиталь ремонт эштәрен башҡарыла. Был, үҙ сиратында, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын үтәүгә булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: