+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
12 Июнь , 09:05

Район үҙәгендә заманса ихата буласаҡ

“Башҡорт ихаталары” республика программаһы буйынса быйыл Асҡарҙа ҙур квартал төҙөкләндереләсәк.

Район үҙәгендә заманса ихата буласаҡ
Район үҙәгендә заманса ихата буласаҡ

Район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлегенән белдереүҙәренсә, “Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә быйыл Асҡарҙа ете күп ҡатлы йорт ихатаһы төҙөкләндереләсәк. Шайморатов урамының 11-се йорто, Учалы урамының 8, 10, 12, 14,16, 16/1-се йорттар эргәһендәге биләмә тулыһынса тәртипкә килтереләсәк.

«Ардекс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөкләндереү эштәренә тотонған.  Проектҡа ярашлы, күп ҡатлы йорттар араһындағы кварталда яңы тротуар юлдары һалынасаҡ, бордюрҙар ҡуйыласаҡ һәм машиналар ҡуйыу өсөн парковка ҙураясаҡ. Бында яңы балалар майҙансығы барлыҡҡа киләсәк: бәүелсәктәр, уйын ҡорамалдары, ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйыласаҡ, шулай уҡ ҙур булмаған спорт майҙансығы төҙөләсәк. Балалар һәм спорт майҙансығында йомшаҡ резина япма буласаҡ. Биләмәгә өҫтәмә рәүештә лампалар һәм  видеокамералар ҡуйыласаҡ. Ихата йәшелләндереләсәк. Әлеге ваҡыта подряд ойошмаһы әҙерлек эштәрен башлаған. Төҙөкләндереүҙе август айына тиклем тамамлау планлаштырыла.

 “Башҡорт ихаталары” республика программаһы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу маҡсатын күҙ уңында тота. Балалар менән ял итеү өсөн матур, уңайлы һәм хәүефһеҙ уйын майҙансығы барлыҡҡа килеүенә ата-әсәләр ҙә ҡыуанып бөтә алмай.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: