-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
21 Июнь , 11:55

Төп инеү урыны эшләнә

“Ҡурай” ял һәм мәҙәниәт паркын төҙөкләндереү 2026 йылға тиклем дауам итәсәк.

Төп инеү урыны эшләнә
Төп инеү урыны эшләнә

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса район үҙәгендә барлыҡҡа килгән “Ҡурай” паркы төҙөлөшөнөң өсөнсө этабы бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: бынан алдағы ике йылда этаплап пикник менән һыу инеү урыны, ҙур сәхнәле үҙәк майҙан, уйын майҙансығы төҙөлгәйне. Быйылға бүленгән сараларға Иҙәш буйындағы бығаса файҙаланылмай буш ятҡан тағы ла 4200 квадрат метр ер үҙләштерелә. Был этапта парктың инеү төркөмө – үҙәк ҡапҡа һәм уның алдында машиналар өсөн туҡталҡа, иң кескәй ял итеүселәр өсөн тағы бер уйын майҙансығы эшләнә. Һәм әлбиттә, был биләмәлә лә тротуарҙар, һалына, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары урынлаштырыла, электр һуҙыла, видеокүҙәтеү камералары ҡуйыла.

Генераль подрядсы булып Өфө ҡалаһынан “Рефстройпакет” фирмаһы сығыш яһаһа ла, төҙөкләндереү эштәрен субподрядсылар – үҙебеҙҙең Әбйәлил егеттәре башҡара. “Пригорье Урала” ЯСЙ-һы былтыр “Анир” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән бүленеп сыҡҡан йәш ойошма. Шуға күрә Радмир Ялалов етәкләгән төҙөлөш бригадаһы өсөн, һүҙҙең ысын мәғәнәһендә,  был парктағы һәр бағана, һәр фонарь таныш. Сөнки төҙөлөштөң тәүге этабын “Анир” ЯСЙ-һы исеме аҫтында нәҡ ошо бригада башҡарған. Бынан тыш, “Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып районда күпселек ял итеү урындары – парктар, уйын майҙансыҡтары нәҡ Радмир Роберт улы етәкселеге аҫтындағы төҙөүселәр ҡулы менән булдырылған.

“Ҡурай” паркын төҙөүгә ҙур финанстар һалына. Шуның өсөн дә төҙөкләндереү эштәре этаплап башҡарыла ла инде. Быйыл был маҡсатта федераль ҡаҙананан 8700000 һум аҡса бүленгән. Ойошма директоры әйтеүенсә, паркты төҙөкләндереү 2026 йылға тиклем дауам  итәсәк һәм уның икенсе яҡ осо “Уңыш” стадионына  тиклем барып сығасаҡ. Ҡуйы шырлыҡ баҫҡан һаҙлыҡлы һәм ташлы ҙур ер майҙанының заманса ял итеү урыны итеп ҡулайлаштырылыуы бик мәслихәт. Бөтә парк буйынса бер төрлө стиль һаҡлана. Шуға күрә был йәһәттән йыл һайын бер үк бригаданың эшләүе отошло ла.

“Пригорье Урала” ЯСЙ-һы эшселәре май башынан бында тир түгә. Объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты октябргә билдәләнһә лә, төҙөүселәр эштәр күләмен 80 процентҡа атҡарған да инде. Әлеге мәлгә төп инеү урынынан  сәхнә яғына, уйын майҙансыҡтарына тротуарҙар һуҙылған, бордюрҙар һалынған, 380 квадрат метр брусчатка түшәлгән. Былтыр эшләнгән уйын майҙансығы эргәһендә төҙөлгән шундай уҡ размерлы (15х20 м), сағыу буяуҙарға мансылған тимер рәшәткә менән кәртәләп алынған буласаҡ уйын майҙансығына уйын ҡорамалдарын урынлаштырып резина япма түшәргә генә ҡалған. “Был майҙансыҡ 12 йәшкә тиклемге балаларға иҫәпләнгән. Уйын комплексы бәләкәй һәм хәүефһеҙ биш архитектура фигураһынан торасаҡ. Ул заказ буйынса заводта эшләнә, әҙер булыу менән килтереп ҡуясаҡбыҙ, шунан һуң ғына хәүефһеҙ япма һалынасаҡ”, – ти Р. Р. Ялалов.

Төҙөлөш эштәрен мастер Замир Насирйәновтың бригадаһы – Раян Таһиров, Альберт Килдейәров, Айнур Күлдебаев, Динар Ильясов, Заһир Көмөшҡолов башҡара. Бер үк ваҡытта Тимур Харрасов менән Динис Ғәббәсов яңы ултыртылған бағаналарға электр уты һуҙып, 10 лампа ҡуйған. Дим Ҡотлоғужин 8 урынға видеокүҙәтеү камералары урынлаштырған.  Периметр буйлап 10 эскәмйә һәм  шунсама сүп-сар һауыты ҡуйыласаҡ.

Ерҙе әҙерләү эштәре күп ваҡытты алған. Ҡалҡыу тау-ташлы урындар тигеҙләнгән, ҡеүәтле техника эшләгән. Ҡаҙып алынған таш буласаҡ парковка урынындағы һаҙлыҡлы ергә түгелгән, уның өҫтөнә ҡырсынташ түшәләсәк.

Төп ҡапҡаның киңлеге – 8, бейеклеге 4,5 метр! Ҙур металл конструкцияны Әүмеш ауылынан иретеп йәбештереүсе Юлай Ялмырҙин эшләй. Ҡапҡа башындағы аркала ҡурай сәскәһе тажы урын аласаҡ һәм “Ҡурай” тигән яҙыу алыҫтан күренеп үҙенә саҡырып торасаҡ. Тротуарҙар араһындағы  ерҙәр ҡара түпраҡ түгеүгә әҙерләнгән. Киләсәктә бында газон сәсеү күҙаллана. Шулай уҡ “Ҡурай” паркына килеүселәрҙе бығаса Асҡарҙа түгел, районда булмаған заманса скульптуралар – топиариҙар ҡаршы аласаҡ. Яһалма үләндән эшләнгән йомшаҡ йәшел айыу һәм ҡуян һындары буласаҡ, тип беҙгә сер систе төҙөүселәр.

Төп инеү урыны эшләнә
Төп инеү урыны эшләнә
Автор:
Читайте нас: