+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Июнь , 12:30

Парк халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән

“Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу”  федераль проекты сиктәрендә 2019 йылдан алып республика буйынса 683 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән, был маҡсатта бөтәһе 1320,3 млн һум аҡса бүленгән. Проект Әбйәлил районында ла уңышлы бойомға ашырыла. Бөгөн шуларҙың береһе – Ташбулат ауылындағы "Ҡарабалыҡты" ял һәм мәҙәниәт паркы тураһында һөйләйәсәкбеҙ.   #Было-стало, #Проблемы

Парк халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән
Парк халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән

Ташбулаттағы “Ҡарабалыҡты” ял һәм мәҙәниәт паркы 2020 йылда файҙаланыуға тапшырылды. Бында ауылдың административ үҙәгендәге мәктәп, мәҙәниәт йорто һәм ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһы ҡараған майҙан парк итеп үҙгәртеп ҡоролдо. Асыҡ һауа аҫтында мөһабәт сәхнә ҡалҡып сыҡты. Уйын, спорт һәм парк зоналары булдырылды, ҡара балыҡты һынландырған арт-объект ҡуйылды.

 Коронавирус пандемияһы арҡаһында паркты асыу ҡышҡы осорға тура килде. Әммә ҡыш артынан әллә күпме йылы миҙгелдәр килде һәм “Ҡарабалыҡты” ял һәм мәҙәниәт паркы ташбулаттарҙың яратҡан урынына әүерелеүен ваҡыт күрһәтте. Бында төрлө саралар уҙғарыла, уйын майҙансығында балалар тауышы тынмай, йәштәр воркаут зонаһын үҙ иткән. Кискеһен дә бында матур, яҡты.

Паркты ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре тәртиптә тота, аҙна һайын “Таҙа йома” өмәһе уҙғарыла. Тәүге йылы сәскәләр ултыртып, йәшелләндереүгә ныҡлы иғтибар бүлгәндәр. Әммә ауыл ерендә мал-тыуар менән көрәшергә тура килә. Кәзә-һарыҡтар ҡырып тамаҡлап сыҡҡандан һуң башҡаса сәскә сәсеп ыҙаламағандар. Сөнки парк – йәмәғәт урыны, уны бикләп тотоп булмай.

– Малдарға аңлатып булмаһа ла, балаларҙа һаҡсыл мөнәсәбәт тигән ҡараш тәрбиәләү мөһим. Паркты яҡшы торошта һаҡлап килһәк тә, уйын майҙансығындағы резина япма урыны менән айырыла башланы. Ял итеү урынын булдырыуға ҙур саралар һалынды һәм ул беҙҙең өсөн төҙөлдө. Шуның ҡәҙерен белеп, оҙаҡ йылдар мәнфәғәтен күреп йәшәһәк ине, – ти Ташбулат ауыл биләмәһе эштәр идарасыһы А. Н. Мөхитдинова.

Парк халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән
Парк халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән
Парк халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән
Парк халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән
Парк халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән
Парк халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән
Парк халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән
Парк халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән
Парк халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән
Парк халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: