“Башҡорт ихаталары” республика программалары сиктәрендә Асҡар үҙәгендә Шайморатов һәм Учалы урамдары киҫелешендәге күп фатирлы йорттар кварталында төҙөкләндереү эштәре бара. Подряд эштәрен Өфө ҡалаһынан “Ардекс” ЯСЙ-һы башҡара.
Яңы проект буйынса ихата бөтөнләй икенсе – заманса төҫ аласаҡ. Бында йомшаҡ япмалы уйын майҙансығы барлыҡҡа киләсәк, машиналар өсөн ҙур парковка эшләнәсәк, хатта хужабикәләргә кер киптереү өсөн майҙансыҡ булдырыласаҡ, брусчатканан тротуарҙар түшәләсәк, эскәмйәләр, сүп-сар контейнерҙары, яҡтыртыу лампалары, видеокүҙәреү ҡоролмалары ҡуйыласаҡ. Заманса ихатала йәшелләндереүгә лә ҙур иғтибар йүнәлтеләсәк, газон сәселәсәк.
Ерҙе әҙерләү эштәре төҙөүселәрҙең байтаҡ ваҡытын алған. Хәҙерге ваҡытта ихатаның дөйөм һыҙаттары күҙгә эленә башлаған да инде. Йәйәүселәр өсөн юлдарҙың байтаҡ өлөшө һалынған, бордюрҙар нығытылған, уйын майҙансығының нигеҙе әҙер булып килә.
Яңырыу кисергән ихаталағы яңылыҡтарҙы беҙҙең менән бергә күҙәтеп барығыҙ. Аҙна һайын сайтта фоторепортаж алып барасаҡбыҙ.