+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
5 Июль , 12:16

Йәш фермерҙың йәйләүендә

Эшҡыуар Айтуған Фәттәхов фекеренсә, продуктты һатыу менән генә түгел, ә уның тураһында һөйләү һәм етештереүҙе күрһәтеү менән дә аҡса эшләргә мөмкин. Тап шуға күрә ул «Агротуризм» федераль программаһында үҙ көсөн һынап ҡарарға ҡарар итә. Һәм уның проекты 7,5 миллион һум күләмендә «Агротуризм» грантын отто.

Йәш фермерҙың йәйләүендә
Йәш фермерҙың йәйләүендә

Эшҡыуар Айтуған Фәттәхов фекеренсә, продуктты һатыу менән генә түгел, ә уның тураһында һөйләү һәм етештереүҙе күрһәтеү менән дә аҡса эшләргә мөмкин. Тап шуға күрә ул «Агротуризм» федераль программаһында үҙ көсөн һынап ҡарарға ҡарар итә. Һәм уның проекты 7,5 миллион һум күләмендә «Агротуризм» грантын отто.

7,5 миллион һум күләмендә грантҡа һәм үҙенең 2,5 миллион һумына Айтуған Фәттәхов үҙенең йәйләүендә туристар өсөн атта йөрөү, ҡымыҙ менән дауалау һәм иппотерапия ойошторған. Аҡсаның күп өлөшө техника һатып алыуға йүнәлтелгән: туристарға эргә-тирәлә сәйәхәт итеү өсөн 3 квадроцикл, 1 ҡаргиҙәр һатып алынған. 

Ошо көндәрҙә Айтуған Фәттәховтың Айғырбатҡан утарында булдыҡ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бында барыһы ла үҙгәргән, яңы биналар, объекттар үҫеп сыҡҡан. Шулай уҡ биләмәлә кемпингтар һәм ҡунаҡ тирмәләре төҙөлгән, тирмә формаһындағы ресторан эшләнеп бөтөп тиҙҙән үҙ ишектәрен асасаҡ. Ресторан 120-150 кешегә тәғәйенләнгән, бында туйҙар, банкеттар үткәрергә мөмкин буласаҡ. 

Йәш фермерҙың эшендә ғаилә ағзаларының хеҙмәтен баһалап бөткөһөҙ. Айтуғандың ата-әсәһе, кәләше, һеңлеләре көн-төн тимәй фермерсылыҡты үҫтереүгә күп көс һала. Уларҙан тыш рәсми рәүештә 12 кеше эшләй, ҡалған 15 эшсе килешеү буйынса эшләй. Күберәген вахта ысулы менән эшләүсе ир-егеттәр ял ваҡыттарында килеп, аҡса эшләй. Уларҙың күптәре Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән райондарынан.

Бер-ике аҙнанан йәйләүҙә милли аш-һыуҙан ауыҙ итеп, сифатлы ризыҡтар тәмләп, этник биҙәлешле тирмәләргә экскурсиялар яһап, балыҡ тотоп, аттарҙа һыбай йөрөп, туйҙар, юбилейҙар үткәрәеп ял итергә мөмкинлек буласаҡ.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: