+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
9 Июль , 16:25

Ихата йәйәүлеләр өсөн хәүефһеҙ буласаҡ

“Башҡорт ихаталары” республика программалары сиктәрендә Асҡар үҙәгендә төҙөкләндерелеүсе күп фатирлы йорттар кварталындағы үҙгәрештәр буйынса аҙна һайын фоторепортаж эшләп барырға вәғәҙәләгәйнек.

Ихата йәйәүлеләр өсөн хәүефһеҙ буласаҡ
Ихата йәйәүлеләр өсөн хәүефһеҙ буласаҡ

Ихата күҙ менән ҡаш араһында төҙөкләнеүен дауам итә. Йорттар алдында йәйәүлеләр өсөн булдырылған тротуарҙарға брусчатка һалыу тамамланған тиерлек. Әйткәндәй, кварталда ошоға тиклем тротуарҙар булманы. Йәйәүлеләр ҙә, транспорттағылар ҙа бер юлдан йөрөй торғайны. Бында йәшәүселәрҙән тыш, “Уңыш” магазины тәңгәлендәге светофор аша сыҡҡан 1-се мәктәп уҡыусыларының да, “Ҡайынҡай”, “Сулпылар” баҡсаларына йөрөүсе кескәйҙәрҙең дә юлы нәҡ ошо квартал аша үтә. Шуға күрә йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеге бында тәү сиратта күҙәтелергә тейеш! Тротуарҙар коляска этеп, сана һөйрәтеп йөрөтөүсе әсәйҙәр, самокатта, йә велосипедта йөрөүсе балалар һәм, ғөмүмән, физик мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн уңайлы, һөҙәк итеп эшләнгән. Ихатаға инеүсе автотранспорт юлдарын  бер аҙ киңәйтеп бордюрҙар һалынған, юл ситтәренә ҡырсынташ түшәп асфалтьлауға әҙерлек бара. Уйын майҙансығының түңәрәк формала буласағы күҙгә ташлана ла инде.

Ихата йәйәүлеләр өсөн хәүефһеҙ буласаҡ
Ихата йәйәүлеләр өсөн хәүефһеҙ буласаҡ
Ихата йәйәүлеләр өсөн хәүефһеҙ буласаҡ
Ихата йәйәүлеләр өсөн хәүефһеҙ буласаҡ
Ихата йәйәүлеләр өсөн хәүефһеҙ буласаҡ
Ихата йәйәүлеләр өсөн хәүефһеҙ буласаҡ
Ихата йәйәүлеләр өсөн хәүефһеҙ буласаҡ
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: