Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 5 йыл эсендә 8000-дән ашыу подъезд ремонтланған. Программаның төп маҡсаты – күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Программа сиктәрендә 3,5 миллиард һумға 8,2 мең самаһы подъезд яңыртылған. Дөйөм алғанда 4 меңдән ашыу күп фатирлы йорт тәртипкә килтерелгән. 2,7 меңдән ашыу лифт алмаштырылған. Был уҙған биш йыллыҡ кимәленән 2,5 тапҡырға күберәк. Күмәртәләй алғанда был маҡсатҡа 22 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. «Башҡорт ихаталары» программаһы үҙенең комплекслылығы буйынса айырыуса уникаль тип һанала. Биш йыл эсендә 1326 ихата төҙөкләндерелгән, 6 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынған.
Ремонт республика һәм муниципаль бюджет иҫәбенән алып барыла. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр үҙ аҡсаларын тотонмай. Ағымдағы йылда был программаны тормошҡа ашырыуға 108 миллион һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән БР бюджетынан – 97,0 миллион һум ҡаралған.
Программа сиктәрендә Сиҙәм ауылындағы ике ҡатлы күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлағандар.
Ауылда ике ҡатлы ун йорттоң икәүһенең подъездарында ремонт эштәре тамамланған, уларҙағы таҙалыҡ, стеналарға төшөрөлгән һүрәттәр кәйефте күтәрә. Ҡалған подъездарҙа был тәңгәлдә эштәр артабан дауам итәсәк. Ремонт эштәрен алып барған Р. Ғ. Һиҙиәтов етәкселегендәге “Урал” торлаҡ - коммуналь хужалығы эшсәндәрен маҡтап телгә алды Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Наталья Владимировна Сатина.
Тәүҙә ҡыйыҡ, шунан подъезд төҙәтелергә тейеш. "Контроль идаралыҡ миңә капиталь ремонт программаһы һөҙөмтәләрен тикшереү өсөн дүрт папка материал бирҙе. Уны башлағанда уҡ хаталар булғанын күрәм. 2019-2020 йылдарҙа ҡыйыҡтары насар йорттарҙың подъездарын ремонтларға тотоналар. Һөҙөмтәлә подъездағы бөтә матурлыҡ юҡҡа сыға? Шуға күрә тәүҙә төп мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һорайым. Төп конструкциялар нормала булғанда ғына подъезға ремонт менән инергә мөмкин", - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.