-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Июль , 06:05

Тверь һәм Тольятти ҡалаларын урап үтеү юлдары

Владимир Путин Тверь өлкәһендә Тверь ҡалаһының төньяҡ урау юлын һәм Тольятти ҡалаһын урау юлын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Тверь һәм Тольятти ҡалаларын урап үтеү юлдары
Тверь һәм Тольятти ҡалаларын урап үтеү юлдары

Волга аша күпер янындағы майҙансыҡҡа – М – 11 трассаһының 155-се километрына Президент “Лада Аура” ватан автомобиле руле артында килде. Дәүләт башлығын «Нева» трассаһын төҙөүсе, инженер Василий Васильев оҙатып йөрөнө.

Урау юлдарын асыу тантанаһында төҙөүселәр, Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин, Президенттың Үҙәк федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Щеголев, Һамар өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы Вячеслав Федорищев (видеоэлемтә буйынса), Тверь өлкәһе губернаторы Игорь Руденя, «Автодор» Дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко ҡатнашты. 62,4 километр оҙонлоҡтағы Тверҙы урап үтеү  юлы М-11 “Нева” трассаһын төҙөүҙең һуңғы этабы. Уны асыу Санкт-Петербург һәм Мәскәү араһында өҙлөкһөҙ светофорһыҙ тиҙ йөрөшлө хәрәкәтте тәьмин итә, илдең көнбайышынан көнсығышҡа табан Һамар, Ҡазан, Екатеринбург һәм Төмән йүнәлешендә юл ваҡытын ҡыҫҡарта. Тверь тирәлә автотрасса участкаһының иң ҙур яһалма ҡоролмаһы – М-11 155-се километрында 738 метр оҙонлоҡтағы Волга аша күпер.

http://www.kremlin.ru/events/president/news/74561 

Автор:
Читайте нас: