Өфө — Инйәр — Белорет төбәк автомобиль юлында, унда автомобилдәр трафигы тәүлегенә 13,5 меңдән ашып китә, барьерлы ҡойма ҡуйыу эштәре бара. Юлдарҙы техник саралар менән төҙөкләндереү маҡсатында барьерлы ҡойма юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең төп элементтарының береһе булып тора. Ул автомобилдәрҙең юлдан төшөп китеүен туҡтата, йәғни авариялар һанын кәметеүгә булышлыҡ итә.
Башҡортостандың юл хужалығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл аҙағына тиклем бында 16 саҡрым буйына кәртәләр алмаштырыласаҡ. Әле эштәр Архангел районы биләмәһендә бара һәм бер үк ваҡытта Белорет районында киләһе этап подрядсыһын һайлап алыуға конкурс үткәрелә. Был эштәр Башҡортостанда юлдар төбәк юл фонды һәм «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты аҡсаһына яңыртыла. Бынан тыш, төбәктә республика Башлығы инициативаһы буйынса урындағы халыҡ ремонтлауҙы һораған иң ташландыҡ юлдар программаһы эшләй башланы. "Насар юлдар-ысын афәт, улар кешеләрҙе ярһыта, республикала күренеш булараҡ насар юлдар булырға тейеш түгел тип иҫәпләйем», — тине Радий Хәбиров һуңғы «тура бәйләнеш» барышында. Сығанаҡ: “Башинформ”