+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
19 Август , 09:50

Ямғырҙан зыян күргән гидротехник ҡоролмалар тикшерелде

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров районға эш сәфәре барышында Сиҙәм һәм Йәнгел ауылдарында оҙайлы ямғырҙар арҡаһында зыян күргән күперҙәрҙең торошон ҡараны.

Ямғырҙан зыян күргән гидротехник ҡоролмалар тикшерелде
Ямғырҙан зыян күргән гидротехник ҡоролмалар тикшерелде

Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә “Сиҙәм – Урал 1+430 саҡрым” күпере зыян күргән. Уның өҫтөндә емерелектәр һәм ярыҡтар бар. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бер хәрәкәт һыҙаты ябылған, тип хәбәр итте район башлығы Илдар Нафиҡов.

Премьер-министр белгестәргә ҡоролманы тикшерергә һәм зыян күргән урынды ваҡытлыса ҡырсынташ һибеп ҡуйырға ҡушты.

– Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Сиҙәмдәге юлды ваҡытлыса эшләп ҡуйырға кәрәк. Һауа торошо яҡшырғас, емерелгән урынды тергеҙеү мөһим. Артабан иһә яңы күпер төҙөү кәрәкме әллә капиталь ремонт ҡына проблеманы хәл итерме икәнен ҡарарбыҙ, – тине Премьер-министр.

Йәнгел ауылында ауыл хужалығы техникаһы өсөн файҙаланылған ике күперҙең береһе ремонтҡа мохтаж. Ямғыр арҡаһында һыу баҫыу менән бәйле бында хәрәкәт сикләнгән. Андрей Назаров ҡоролманы тикшерергә һәм уны рәткә килтерергә ҡушты. Йәнгелдәге төп күпер зыян күрмәгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарға һауа шарттары яҡшырғас та юлдарҙың һәм күпер ҡоролмаларының емерелгән участкаларында тергеҙеү эштәрен башларға ҡушты. Һүҙ республика биләмәһендәге 22 саҡрымдан ашыу автомобиль юлы һәм 26 күпер тураһында бара. Был маҡсатҡа төбәк бюджетынан 123,7 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: