-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Октябрь , 10:50

Өфөлә буйлап ел генә...

Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса ағымдағы төҙөлөш миҙгелендә 30,87 километр оҙонлоҡтағы урындағы әһәмиәттәге 14 юл участкаһын яңыртыу планлаштырылғайны. Әлеге ваҡытта туғыҙ объектта ремонт тулы күләмдә тамамланған, ике участка тамамланып килә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Өфөлә буйлап ел генә...
Өфөлә буйлап ел генә...

Юлдарҙағы иҫке асфальт-бетон япмаһы яңыһына алмаштырыла, борт таштары һәм техник һыҙаттар тәртипкә килтерелә, тротуарҙар ремонтлана. Эштәр тамамланғас, барлыҡ участкаларҙа ла горизонталь рәүештә термопластик юл билдәләре һыҙыласаҡ.

Бөгөн подряд ойошмалары Өфө йылғаһының Яр буйы (Замандаштар урамынан алып Маршал Жуков урамына тиклем), Шәфиев (Шәфиев урамындағы 14-се йорт янындағы ихатаға ингән ерҙән алып Рихард Зорге урамына тиклем), Совет (Рощинский урамынан алып Берҙәмлек урамына тиклем) урамдарында ремонт эштәрен дауам итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: