-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
5 Ноябрь , 17:30

Өфө – Инйәр – Белорет юлы төҙөкләнә

Туристик объекттарға юлдар яҡшыра.

Өфө – Инйәр – Белорет юлы төҙөкләнә
Өфө – Инйәр – Белорет юлы төҙөкләнә

Ҡырмыҫҡалы районында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) сиктәрендә автомагистраль ремонтланды.

Һөҙөмтәлә Варшавка ауылы эргәһендәге юл участкаһы тәртипкә килтерелгән, уның оҙонлоғо 1,5 километр тәшкил итә. Ремонт барышында подрядсы ойошма фрезерлау, юл ситтәрен нығытыу, разметка эшләү кеүек барлыҡ тейешле эштәрҙе башҡарҙы.

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова әйтеүенсә, Башҡортостанда төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса туристик объекттарға илтеүсе юлдарға ҙур иғтибар бирелә. Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлы - иң популяр йүнәлештәрҙең береһе. Ул йәйге ял урындарына, иҫтәлекле ерҙәргә алып бара. Улар араһында Көньяҡ Урал тәбиғәт заповеднигы ла бар. “Абҙаҡ” тау-саңғы курорты, Атыш шарлауығы һәм башҡалар иҫәпләнә.

Быйыл Өфө - Инйәр - Белорет автомагистралендә өс участканы ремонтлау ниәтләнә, уның дөйөм оҙонлоғо 15,1 километр тәшкил итә. Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-11-02/f-iny-r-beloret-yuly-t-kl-n-3993560

Автор:
Читайте нас: