Башҡортостан халҡы ҙур акцияла әүҙем ҡатнаша. БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүенсә, быйыл көҙ был һан 100 меңгә еткән.
Урманды тергеҙеүҙә башлыса хужалыҡта кәрәкле ағастар, ҡарағай, шыршы ҡулланыла. Айырым райондарҙың үҙенсәлектәрен һәм умартасыларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, йүкә үҫентеләре лә ултыртылған. Йыл һайын ағас ултыртҡан майҙандар арта бара, был илдәге экологик хәлде яҡшыртыуға дөрөҫ аҙым булып тора.
“Урмандарҙы һаҡлау” акцияһы “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрелә.