2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса биш йылда 1326 ихатаны тәртипкә килтереү өсөн алты миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Программаны ғәмәлгә ашырыуға аҡса башлыса республика бюджетынан бүленә. Ҡалаларҙа һәм райондарҙа ихаталар уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк була башланы. 2024 йылда 143 ихата төҙөкләндерелгән. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан яҡынса 1 миллиард һум йүнәлтелгән.
Ихаталарҙы төҙөкләндергәндә хәүефһеҙ резина япмалы балалар майҙансығы, спорт майҙансығы төҙөү, йәшелләндереү, парковка урындарын тәртипкә килтереү, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү, эскәмйәләр, урналар ҡуйыу мотлаҡ башҡарылырға тейешле эштәр булып тора.
Бөтә был эштәр "Торлаҡ һәм ҡала мөхите булыдрпыу" милли проекты сиктәрендә башҡарыла.