Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Ғинуар 2025, 09:30

Башҡортостанда биләмәләр йәнле төҙөкләндерелә

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы,  һуңғы биш йыл эсендә республикала 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. 

Башҡортостанда биләмәләр йәнле төҙөкләндерелә
Башҡортостанда биләмәләр йәнле төҙөкләндерелә

Был турала төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итә.

2024 йылда ғына 123 биләмә тәртипкә килтерелгән. Былтыр тормошҡа ашырылған ҙур проекттар рәтендә Өфөнөң Совет районындағы Урмансылар паркы бар. Унда спорт зонаһы ҙур реконструкция кисерҙе: волейбол, баскетбол майҙансыҡтары, мини футбол яланы, ҙур футбол майҙаны, спорт тренажерҙары зонаһы, көйәрмәндәр өсөн трибуналар барлыҡҡа килде. Паркта балалар өсөн заманса зона, алты километрҙан ашыу вело-йәйәүлеләр юлын да булдырҙылар.

Октябрьский ҡалаһында Еңеү паркы, Асҡында Йылғы яры буйы яңы төҫ алды. Краснокама районының Николо-Березовка ауылында Бөйөк Ватан һуғышындағы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Хәтер стенаһы барлыҡҡа килде, стела яңыртылды.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

Резеда Шәнгәрәева фотоһы.

Автор:
Читайте нас