Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
11 Март 2025, 17:30

94 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә

Ағымдағы йылда 2026 йылда төҙөкләндерелергә тейешле биләмәләрҙе һайлау буйынса тауыш биреү 2025 йылдың 21 апреленән 12 июненә тиклем уҙғарыла.

94 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә
94 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә

Башҡортостан Республикаһы 2025 йылға тиклем “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ингән “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Алты йылда төбәктә 8,2 миллиард һумға 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.

2024 йылда 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, уларҙың дөйөм суммаһы 1,236 миллиард һум тәшкил итә. Төҙөкләндереү эштәре барлыҡ 63 муниципаль берәмектә башҡарылды. Ҡалаларҙа - 73, ауылдарҙа 50 биләмә төҙөкләндерелгән.

2024 йылда федераль проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәләре һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында дүртенсе урынды биләй.

Быйылдан башлап йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу “Йәшәү өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) яңы милли проекты сиктәрендә дауам иттереләсәк. Йәмғеһе 1,2 миллиард һумға 94 объектты төҙөкләндереү планлаштырыла. Планда - 35 парк һәм сквер, 30 йәйәүлеләр зонаһы һәм аллеяһы, ике майҙан, туғыҙ яр буйы һәм башҡа киңлектәр. Башҡа программалар сиктәрендә өҫтәп 70 объектты төҙөкләндереү планлаштырыла. Һөҙөмтәлә Рәсәй Төҙөлөш министрлығы ағымдағы йылға билдәләгән күрһәткескә өлгәшеү: 164 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү тәьмин ителәсәк.

“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә төҙөкләндереләсәк барлыҡ объекттарҙы халыҡ Бөтә Рәсәй тауыш биреүе сиктәрендә һайлай. Ағымдағы йылда 2026 йылда төҙөкләндерелергә тейешле биләмәләрҙе һайлау буйынса тауыш биреү 2025 йылдың 21 апреленән 12 июненә тиклем уҙғарыла.

– Әле хакимиәттәр һайлау өсөн халыҡҡа тәҡдим ителәсәк йәмәғәт биләмәләре исемлеген билдәләй. Иң күп тауыш йыйған объекттар 2026 йылда төҙөкләндереләсәк, – тип билдәләне Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
Автор:
Читайте нас