“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) Өфө – Иглин – Красная Горка - Павловка юлында 18 километр юл ремонтланасаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостандың Транспорт министрлығы.
Республиканың Иглин һәм Нуриман райондарында дүрт участканың торошо яҡшыртыласаҡ. Ремонт барышында юл япмаһы яңыртыласаҡ, ситтәре нығытыласаҡ, юл разметкаһы эшләнәсәк.
- Был - мөһим транспорт артерияһы, шулай уҡ популяр туристик маршрут. Ул Павловка һыу һаҡлағысына илтә. Шулай уҡ был йүнәлештә тәбиғәттең һыу һәйкәле – Красный Ключ шишмәһе лә урынлашҡан. Шуға ла был юлды ремонтлау кәрәк, - тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса быйыл республикаа 280 километр төп юл селтәрҙәрен төҙөкләү ниәтләнә. 83 объектта эш алып барыласаҡ.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.