Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
9 Май 2025, 07:40

Йәшелләндереү акцияһы

Башҡортостан Республикаһында “Башнефть-Добыча” компанияһы хеҙмәткәрҙәре «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә ағас ултыртыуҙа әүҙем ҡатнашты. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Йәшелләндереү акцияһы
Йәшелләндереү акцияһы

 

Нефтекамала компания хеҙмәткәрҙәре республикала һирәк осрай торған “Скарлет” декоратив алма ағастары ултыртты.  Ландшафт дизайнерҙары фекеренсә, был ағас үҙенең сағыулығы һәм матурлығы буйынса япон сакураһынан ҡалышмай. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан нефтселәр ҡалала тағы ла 100 эре ҡарағай ултыртасаҡ. Шулай итеп, Нефтекамала тәүге тапҡыр “80” һаны формаһында геоглиф барлыҡҡа киләсәк.

Шулай уҡ предприятие хеҙмәткәрҙәре Нефтекамала тағы ла йөҙ тирәк ултыртасаҡ. Ағастар Магистраль урамын биҙәйәсәк. Ваҡыт үтеү менән үҫеп еткән тирәктәр Машиналар эшләү колледжы һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалдарын сәнәғәт бысрағынан һаҡлаясаҡ, атмосфера һауаһын тәбиғи һәм интенсив таҙартыу өсөн кәртә булдырасаҡ. Бынан тыш, “Асылыкүл” тәбиғәт паркында Хәтер баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк, ә Асылыкүл буйында 24 мең ҡарағай үҫентеһе тамыр йәйәсәк. Был йәшелләндереү эштәрендә лә“Башнефть-Добычи” хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас