Башҡортостандың Баймаҡ районында "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты сиктәрендә Сибай-Аҡъяр юлына ремонт дауам итә. Сибайҙан Күлтабанға тиклемге 8 саҡрымлыҡ участкала юлсылар рециклинг технологияһын ҡулланып юл базаһын нығыта һәм базаның өҫкө ҡатламын урынлаштыра. Бынан һуң подрядсы асфальт-бетон япма түшәргә, юл ситтәрен нығытырға, маркировка ҡуйырға планлаштыра.
– Урал аръяғында был төп һәм мөһим транспорт артерияһы. Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарындағы күп кенә ауыл-ҡала халҡы ошо юлдан йөрөй. Шуға күрә уны норматив хәлгә килтереү мөһим, — ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Дөйөм алғанда, быйыл Сибай – Аҡъяр автомобиль юлының 30 саҡрымын ремонтлау күҙаллана. Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарындағы ете участкала юл базаһы нығытыласаҡ, ике ҡат асфальт-бетон һалынасаҡ, юл ситәре нығытыласаҡ, юл билдәләре ҡуйыласаҡ. Был майҙансыҡтарҙа бөтә эштәр 2025 йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ.
2025 йылда Башҡортостанда 1037 саҡрым юлды ремонтлау планлаштырыла. Шуларҙан “Тормош өсөн инфраструктура” (нац. проект «Инфраструктура для жизни») милли проекты сиктәрендә – 680 километрҙан ашыу автомобиль юлдары һәм дөйөм оҙонлоғо 712 погон метрлы тәшкил иткән 11 күперҙе норматив хәлгә килтереү күҙаллана.
Фото: gtrkrb.ru
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.