Яңы Абҙаҡ һәм Мураҡай араһындағы дүрт километр оҙонлоғондағы юл участкаһында фрезерлау эштәре башҡарылған, элекке япма алынған, нигеҙе нығытылған. Ике ҡатлам асфальт бетон һалыу, тамғалар һалыу, юл ситтәрен тәртипкә килтереү ниәтләнә.
– Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск трассаһы ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүселәрҙең транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Шулай уҡ был юл буйынса Яҡтыкүлгә, Абҙаҡ тау-саңғы курортына һәм башҡа турист объекттарына барырға мөмкин, - ти транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Йыл аҙағына тиклем был трассаның Әбйәлил, Белорет һәм Ишембай райондарындағы биш участкаһын ремонтлау планлаштырыла. Ике участкала эштәр тамамланған.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Транспорт министрлығы сайтынан.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.