Буранғол урта мәктәбендә 143 бала уҡый. Шуларҙың 32 Шәрип, Мәйгәште ауылдарынан, интернатта йәшәй. Был бина 1983 йылда төҙөлгән.
Бында капиталь ремонт буйынса күләмле эштәрҙе «Урал төҙөлөш идаралығы» ЯСЙ-һы үткәрә. Компания етәксеһе Станислав Тарасюк Буранғол ауыл биләмәһенең төп социаль объекттарының береһен реконструкциялау пландары һәм этаптары тураһында һөйләне.
Капиталь ремонттың дөйөм хаҡы яҡынса 35 миллион һум тәшкил итәсәк. Проект сиктәрендә иҙәндәр, тәҙрәләр тулыһынса, ҡыйыҡ алмаштырыласаҡ, йоҡо бүлмәләре һәм йәмәғәт урындары ремонтланасаҡ, стеналар нығытыласаҡ һәм биҙәләсәк.
Ремонт эштәре планына шулай уҡ спорт залын, аҙыҡ-түлек блогын тулыһынса модернизациялау, яҡтыртыу элементтарын замансаға әйләндереү, йылытыу системаһын яңыртыу, душ һәм санузелдар ҡуйыу инә.
Өҫтәмә рәүештә ремонт ваҡытында мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы урынлаштырыу, шулай уҡ башланғыс кластар кабинеттарын ремонтлау һәм уҡыусыларҙың дәрестәргә үҙаллы әҙерләнеүе өсөн бүлмә бүлеү мәсьәләһе лә хәл ителә.
Заманса янғынға ҡаршы сигнализация системаһы мотлаҡ ҡуйыласаҡ. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр эште башлаған да инде.
Улар әйтеүенсә, бындай күләмдәге эштәрҙе ваҡытында башҡарыу мотлаҡ һәм уҡыу йылы башланыуға — сентябрҙә — бөтә эштәр ҙә тамамланасаҡ.
«Урал төҙөлөш идаралығы» ЯСЙ-һы ике йыл элек кенә ойошторолған, әммә коллективта тәжрибәле проектлаусылар, инженерҙар, юғары белемле белгестәр командаһын туплаған. Ойошма етәксеһе Станислав Владимирович архитектура-төҙөлөш институтын тамамлаған һәм был тармаҡта 19 йыллыҡ тәжрибә туплаған.
Шул уҡ интернат бинаһында ҡуртым нигеҙендә фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан, ул ете ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. ФАП-та ла капиталь ремонт үтәсәк, йылытыу системаһы алмаштырыласаҡ. Һуңғы ремонт 2009 йылда үткәрелгән, әммә үткән ваҡыт эсендә комплекслы хәл итеүҙе талап иткән проблемалар йыйылған.
«Урал төҙөлөш идаралығы» ЯСЙ-һы, урындағы халыҡтың, уҡыусыларҙың һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ихтыяждарын иҫәпкә алып, биналарҙы яңыртыуға тотондо. Профессиональ команда һәм күп йыллыҡ эш тәжрибәһе арҡаһында интернат яңы һулыш һәм заманса ҡиәфәт аласаҡ.
Бынан тыш, компания көсө менән «Ирәндек» лагерында заманса спорт майҙансығын төҙөкләндереү планлаштырыла. Волейбол һәм баскетбол уйыны өсөн бәләкәй архитектура формалары менән 200 квадрат метр ҙурлыҡтағы майҙансыҡ эскиздары бар. Проект килешеү стадияһында тора.
Гөлнара ҒИНИӘТОВА