Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
10 Июль 2025, 18:35

Башҡортостан тәүге унау иҫәбендә

“Хәтер баҡсаһы” халыҡ -ара акцияһында ҡатнашыу буйынса республикабыҙ лидерҙар иҫәбенә инде. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан тәүге унау иҫәбендә
Башҡортостан тәүге унау иҫәбендә

“Хәтер баҡсаһы” халыҡ -ара акцияһында ҡатнашыу буйынса республикабыҙ лидерҙар иҫәбенә инде. Был акция “Экологик именлек” милли проектына ярашлы башҡарыла .

Экологик -илһөйәрлек проектына ҙур өлөш индергән актив төбәктәр тураһында Рәсәйҙең Урман хужалығы етәксеһе Иван Советников белдерҙе.  Ултыртылған ағастар һаны буйынса ла Башҡортостан тәүге унау иҫәбенә ингән. “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ярашлы 2 миллион тирәһе үҫенте ултыртылған.

“Хәтер баҡсаһы” акцияһының алтынсы миҙгелендә ил буйынса барлығы 30 миллион төп ағас ултыртылған. Улар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәр яугир иҫтәлегенә арнала. Республикала акция сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан  бер нисә геоглиф барлыҡҡа килгән. Күпселек республикала ҡарағай, шыршы, акация, ҡайын, имән, кедр һәм башҡа ағастар ултыртылған.

 

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас