Бөрйән районында Ағиҙел буйлап күпләп ағып төшәләр. Кешеләрҙең ял итеүеҫ һөҙөмтәһендә тирә-яҡ сүп-сарға тула. Йылға ярҙарын таҙартыу маҡсатында ошондай турҙар ойоштороусылар, “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музейы, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре бергәләп көҙгө өмә үткәрә.
Теләге булған һәр кемде экология акцияһында ҡатнашырға саҡыралар. Сара сәғәт 10-да башлана. Маршруттың төрлө урынында эшкә ҡушылып китергә мөмкин. Акция тамамланғас, барлыҡ ҡатнашыусыларға “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музейы амфитеатрында мәҙәни программа тәҡдим ителәсәк.
Сара “Экология” милли проекты үтәлешенә ҙур өлөш индерәсәк.
ФОТО: culture.ru