«Хазина» балалар баҡсаһы һәм «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре бергәләп өмәгә сыҡты. Улар баҡса биләмәһенә тәүге сәскәләр ултыртты.
— Беҙ яңы балалар баҡсаһы биләмәһен йәшелләндереү ниәте менән гортензия үҫентеләрен бүләк итергә булдыҡ. Бөгөнгө сара — киләсәк быуын хаҡында хәстәрлек күреү, сабыйҙар матурлыҡ мөхитендә тәрбиәләнһен, – тине баҡса коллективын тәбрикләп, «Салауат» ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтегәрәев. — Беҙҙең сәскәләр оҙаҡ ваҡыт матурлыҡ өләшһен тип теләйем.
Компанияның экологы Арсен Таһиров гортензияларҙы нисек ултыртыу һәм үҫентеләрҙе тәрбиәләү нескәлектәре менән таныштырып үтте.
— Гортензия матур, сәскәләре оҙаҡ атып ултыра. Тап шуның өсөн бүләккә һайланыҡ, — тине эколог. — Беҙҙең климатҡа яраҡлаштырылған. Нәзәкәтле тойолһалар ҙа, һыуыҡтарға сыҙамлы. Шул уҡ ваҡытта артыҡ тәрбиә талап итмәй, иң мөһиме, ваҡытында һыу ҡойорға һәм даими рәүештә тупраҡҡа ашлама индерергә кәрәк. Күп йыллыҡ был үҫемлек башҡа сәскәләрҙән айырмалы рәүештә әсе тупраҡ ярата.
Әйткәндәй, гортензия сәскәһе өсөн махсус ашлама ла алып килгәйнеләр. Үҫентеләрҙе тупраҡҡа ултыртҡандан һуң шунда уҡ ашлап та ҡуйҙылар.
«Хазина» балалар баҡсаһы мөдире Вәсилә Абсаҙиева «Салауат» йәмғиәте етәксеһе Таһир Бәхтегәрәевҡа һәм уның коллективына шәп бүләк өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Матур сәскәләр күҙ яуын алып, балаларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә ҡыуандырыр, баҡсабыҙ тирә-яҡҡа йәм сәсеп ултырыр, — тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы.
Үҫентеләр ҡышҡы һыуыҡтарға бирешмәй, үҫеп китһендәр һәм киләһе йәй аллы-гөллө матур сәскәләре менән ҡыуандырһындар.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.