Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
11 Декабрь 2025, 16:10

Социаль газ үткәреүгә өҫтәмә аҡса йүнәлтелә

Башҡортостанға, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһының 18 субъектына йыл аҙағына тиклем социаль газ үткәреү программаһына өҫтәмә аҡса бүленә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Социаль газ үткәреүгә өҫтәмә аҡса йүнәлтелә
Социаль газ үткәреүгә өҫтәмә аҡса йүнәлтелә

 Төбәктәр был аҡсаны йорттарҙы газ селтәрҙәренә тоташтырыуға субсидиялар өсөн файҙалана ала.

Бындай ярҙамға күп балалы ата-әсәләр һәм аҙ килемле граждандар, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, I төркөм инвалидтары, инвалид балаларҙы ҡараған кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хоҡуҡлы.

2025 йылда 55 төбәктә социаль газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн бөтәһе 1 миллиард һум йүнәлтелгән.

Был программаны ил президенты 2021 йылда иғлан итте.  Тәү башлап был программа буйынса Әбйәлил районының Дауыт ауылының яңы биҫтәһенә газ килде.

Был программа "Йәшәү өсөн инфраструктура" милли проекты  (национальный проект «Инфраструктура для жизни») үтәлешендә мөһим роль уйнай.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас