2025 йылда Өфөлә Әй, Комсомол, Вологда һәм Софья Перовская урамдары сатындғы һигеҙ светофор объекты яңыртылды һәм Интеллектуаль транспорт системаһын (ИТС) ғәмәлгә индереү сиктәрендә 28 транспорт видеодетекторы ҡуйылды. Эш “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса алып барыла.
Белгестәр был светофор объекттарында адаптив координацияланған эш режимын көйләгән. Был баш ҡаланың иң тығыҙ урамдарында светофорҙарҙың йәшел һәм ҡыҙыл сигналдарының оҙонлоғон көйләргә мөмкинлек бирә. “Интеллектуаль транспорт системалары”н ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә был урамдарҙың үткәреү мөмкинлеге 20-25 процентҡа артасаҡ тип күҙаллана.
Билдәле булыуынса, Өфөлә ИТС-ты индереү биш этапта бара һәм 2022-2026 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Тәүге дүрт этапта, 2022-2025 йылдарҙа, Өфөлә бөтәһе 148 светофор яңыртылды. Баш ҡала урамдарында ИТС индереү 2026 йылда ла дауам итәсәк.
Фото: transport.bashkortostan.ru.