Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Февраль , 17:30

Хәүефһеҙ тротуар кәрәк

Красная Башкирия ауылында урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә үткән йыйылышта ауыл биләмәһе өсөн киҫкен торған мәсьәләләр тикшерелде.

Хәүефһеҙ тротуар кәрәк
Хәүефһеҙ тротуар кәрәк

Ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Гөлйөҙөм Сыңғыҙова һөйләүенсә, Красная Башкирия ауыл Советы 2015 йылдан  ППМИ-ла ҡатнаша. Был ваҡыт эсендә ППМИ буйынса балалар майҙансыҡтары төҙөкләндерелгән, юлдар ремонтланған, мәктәп һәм балалар баҡсаһындағы тәҙрәләр алмаштырылған, бер нисә ауылдың зыяраттар тәртипкә килтерелгән. Быйыл ниндәй мәсьәләне хәл итергә булғандар биләмәлә?

Алдан фекер алышыуҙарҙа ауыл халҡы   Октябрь урамындағы тротуарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу, “Тирмәкәй» балалар баҡсаһында тәҙрәләрҙе алмаштырыу мәсьәләлрен күтәргән.

 Ҡыҙыу бәхәстәрҙән һуң, күпселек халыҡ ППМИ-2026 конкурсына «Красная Башкирия» ауылындағы Октябрь урамындағы тротуарҙы төҙөкләндереү " проектын тәҡдим итергә ҡарар иткән.

Был балаларыбыҙҙың именлеге мәсьәләһе. Октябрь урамында туҡталыш комплексы урынлашҡан. Тротуар - ул уңайлылыҡ ҡына түгел, транспорттан һаҡланыу өсөн бик кәрәкле булыуынан сығып, ошо мәсьәлә һайлап алынған.

Йыйылыш инициатива төркөм һайланы. Ул проект документацияһын әҙерләү, халыҡтан аҡсаһын йыйыу һәм бағыусылар эҙләү менән шөғөлләнәсәк. Проекттың дөйөм хаҡы яҡынса - 1,8 миллион һумға баһалана.

 Әгәр проект конкурста еңһә, сумманың ҙур өлөшө республика бюджетынан субсидия менән ҡапланасаҡ, әммә 8 процентын халыҡ үҙе йыйырға тейеш, ә тағы 15 процентын – ауыл бюджеты һәм бағыусылар. Экономия, әгәр ул барлыҡҡа килһә, өҫтәмә төҙөкләндереүгә лә йүнәлтеләсәк.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас