Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Февраль , 15:00

Мораҡай урамдары юлдары төҙөкләндереүҙе көтә

Быйыл урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында Байым ауыл биләмәһе буйынса мораҡайҙарға ҡатнашыу сираты еткән.

Мораҡай урамдары юлдары төҙөкләндереүҙе көтә
Мораҡай урамдары юлдары төҙөкләндереүҙе көтә

Ауылда үткән йыйылыштарҙа мораҡайҙар ауыл урамдары юлдары күптән төҙөкләндерелеүҙе көтә тип билдәләп, программала мотлаҡ ҡатнашырға һәм уның ярҙамында бөтә ауыл халҡын борсоған мәсьәләне хәл итергә, йәғни ауыл урамдары юлдарын ремонтларға тигән тәҡдим менән сығыш яһаны.
Иң элек ауылдың Дуҫлыҡ һәм Тыныслыҡ урамдарын йүнәтеү мотлаҡ тигән ҡарарға килде йыйында ҡатнашыусылар һәм был тәҡдим бер тауыштан хупланды. Конкурста ҡатнашып еңеп сыҡҡан хәлдә, ошо ике урам юлына ҡырсынташ түшәү юлы менән капитал ремонт үткәреләсәк.
Был мәсьәләне хәл итеүгә республиканан бүленгән аҡсаға ауыл биләмәһе хакимиәте лә, мораҡайҙар үҙҙәре лә, ауыл яҙмышына битраф булмаған эшҡыуарҙар ҙа үҙ өлөшөн индерәсәк, тип көтөлә.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас