РФ ПрезидентыВладимир Путин ҡушыуы буйынса 2021 йылда иғлан ителгән Социаль газлаштырыу (догазификация) программаһы газ үткәрелмәгән өйҙәргә “зәңгәр яғыулыҡ”ты йорт хужалыҡтарына тиклем бушлай индереүҙе күҙ уңында тота. Ошо программа тәүбашлап Дауыт ауылының яңы биҫтәһендә бойомға ашырылғайны. Унан һуң илдең төрлө төбәктәрендә ике меңдән ашыу ауылға газ үткәрелгән дә инде. 1,1 миллиондан ашыу йорт тоташтырылған һәм 11 меңдән ашыу ғаилә льготалар менән тәьмин ителгән.
"Эште дауам итергә, уны төбәктәр менән килешеп алып барырға кәрәк, эште берлектә башҡарыу мөһим», – тине Рәсәй Президенты.