Төҙөкләндереү
27 Марта , 02:20

Магнитогорск - Ира юлы участкаһы төҙөкләндерелә

Магнитогорск - Ира юлы республиканың Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарын тоташтыра. Ошо юлдан Мораҙым тарлауығы һәм башҡа иҫтәлекле урындарға барып етергә мөмкин. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районында 10 саҡрымдан ашыу Магнитогорск - Ира юлын “Йәшәү өсөн инфраструктура” (национальны проект “Инфраструктура для жизни”) милли проекты буйынса ремонтлана. “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты - тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү, торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыу һәм уны яңыртыу, күсмә составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанын арттырыу.

Белгестәр Сибай ҡалаһы янындағы участканы яңыртасаҡ. Унда асфальтты алмаштыралар, юл ситтәрен нығытасаҡтар һәм билдәләр тҡуйыласаҡ. Эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

“Магнитогорск - Ира юлы Рәсәйҙең терәк селтәренә инә. Ул республиканың Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарын тоташтыра. Ошо юлдан Мораҙым тарлауығы һәм башҡа иҫтәлекле урындарға барып етергә мөмкин. Бында трафик тәүлегенә 12,5 мең автомобилгә етә.

“Шуға күрә уны норматив торошта тотоу һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың һәммәһенең дә хәүефһеҙ йөрөүен тәьмин итеү мөһим”, - ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

ФОТО: pravitelstvorb.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас