

Тирә-яҡты таҙартыу — уртаҡ бурыс
Рәсәйҙә Берҙәмлек йылына арнап, 18 апрелдән 3 майға тиклем иғлан ителгән һәм «Беҙ таҙалыҡ өсөн» Бөтә Рәсәй өмәләр аҙналығы сиктәрендә уҙған шәмбелә өмәләр райондың бөтә ауылдарында ла гөрләне.
Экология мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү, ауыл-ҡала биләмәһен йәшелләндереү, күркәм итеү, экологик хәлде яҡшыртыу маҡсатында ойошторолған өмәләргә һәр ауылда халыҡ әүҙем сыҡты: был көндө урамдарҙа ла, юл буйҙарында ла, урманда ла ҡулдарына көрәк-тырма-һәнәк тотҡан өмәселәрҙе күрергә була ине. Һәр кем өсөн изге һаналған ауыл зыяраттары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы, унан да бөтә сүп-сар йыйып сығарылды.
Дауыт ауылы янында булдырылған төҙөлөш материалдары түгеү урыны булған карьерға яҡын урман тотошлайы менән ҡыйлыҡҡа әйләнеүенә борсолоп, район хакимиәтенә мөрәжәғәттәр күп булды. Шуны иҫәпкә алып, район хакимиәте коллективы был көндө карьер тирәләй урманда ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙы таҙартып сыҡты.
Бергәләп башҡарылған эштең һөҙөмтәһе күҙ алдында: ауылдарыбыҙ, уларҙың тирә-яғы күпкә йәмләнеп, таҙарып ҡалды.
Ағас ултыртыу — киләсәккә бүләк
Асҡар ауылының Колхоз урамы артындағы Теләкәй тауында былтыр көҙ Әхмәт Аҫылғужин инициативаһы менән ағас ултыртыу өсөн участка әҙерләнгәйне. Уның идеяһын класташтары — 1975 йылғы сығарылыштың 10 «б» класы уҡыусылары күтәреп алды.
Ошо көндәрҙә класташтар социаль селтәрҙәрҙә Теләкәйгә ағас ултыртыу планлаштырылыуы хаҡында иғлан бирҙе һәм Берҙәм акция көнөндә бергәләп тау битләүенә ҡарағайҙар ултыртыуға сыҡты. Акцияға 10 «б» менән параллель кластарҙа уҡығандар, тауға яҡын урамдарҙа йәшәгәндәр, шулай уҡ Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды.
Ҡасандыр бөгөнгө Асҡар халҡының олатай-өләсәйҙәре ошо тауға сығып, ямғыр яуыуын теләп, доғалар ҡылған, бергәләп ошонда ял итергә сыҡҡан.
Ағас ултыртыу өмәһендә ҡатнашыусылар ҙа эште тамамлағас, Нәйлә Шиһапова әҙерләгән тәмле аш-һыуҙан ауыҙ итеп, илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, ир-егеттәребеҙ махсус хәрби операциянан еңеү менән ҡайтһын тигән теләктә таралышты.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы
«Йәшел Башҡортостан», ғәҙәттә, йылына ике тапҡыр, яҙ һәм көҙ айҙарында, ойошторола. Быйыл уның беренсе этабы 18 апрелдән 10 майға тиклем үтә, экологик акция сиктәрендә республика халҡы тарафынан 4,5 мең ҙур ағас һәм 62 мең башҡа үҫенте ултыртыу планлаштырыла.
18 апрелгә билдәләнгән Берҙәм акция көнөндә әбйәлилдәр ҙә йәшелләндереү өмәләренә әүҙем ҡушылды.
Был көндө район һабантуйы майҙанында ойошторолған өмәлә район ойошма-учреждениелары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары менән бергә район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, Башҡортостан Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин да ҡатнашты.
— Бөгөн беҙҙә үҙенсәлекле көн — районыбыҙҙы тағы ла матурыраҡ, йәшелерәк итеү өсөн бергә йыйылдыҡ. Ағас ултыртыу — ул өмә генә түгел, ул ысын хеҙмәт, берҙәмлек һәм тыуған ереңде һөйөү байрамы. Бөгөн ултыртылған һәр ағас барыбыҙ өсөн дә һулар таҙа һауа, тирә-яғыбыҙҙы йәшеллеккә күмеү ул. Мин бында төрлө йәштәге кешеләрҙе күреүем менән ғорурланам: йәштәр ҙә, балалы ғаиләләр ҙә, өлкән быуын да бар. Был бергәләп иртәгәһе көн тураһында уйлаған бер ҙур дуҫ ғаилә булыуыбыҙҙы дәлилләй. Барығыҙға ла яҡшы кәйеф, көс һәм илһам теләйем! Бергәләп Әбйәлилебеҙҙе тағы ла яҡшыраҡ итәсәкбеҙ! — тине Айрат Зиннәт улы йыйылыусыларҙы тәбрикләп.
Ринат Рәшит улы әбйәлилдәрҙе хеҙмәт байрамы менән сәләмләп, ултыртҡан ағастар ныҡлы тамыр ебәреп, Әбйәлилде тағы ла йәмлерәк итһен тигән изге теләктәрен еткерҙе.
Артабан район мәҙәниәт йорто артистарының изгелек, дуҫлыҡ, берҙәмлек һәм тыуған яҡҡа һөйөү тураһында матур йырҙар башҡарыуы күңелдәргә илһам бирҙе, изге эшкә дәртләндерҙе.
Унан инде күңелле йыр-көй аҫтында барыһы ла дәррәү эшкә тотондолар. Күмәкләгән — яу ҡайтарған тигәндәй, бергәләп, ихлас ҡына эшләп, өмәселәр һанаулы ғына ваҡыт эсендә район һабантуйы майҙанына дүрт меңгә яҡын ҡарағай ултыртып та сыҡты.
Әйткәндәй, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ошонда уҡ яңы техниканы — эре ағастарҙы күсереп ултыртыу өсөн тракторға ҡулайлаштырылған аҫылмалы ҡорамалды ла һынап ҡаранылар.
— Ҡулайлама ҙур ағастарҙы икенсе урынға тамыры һәм тупрағы менән бергә күсереп ултырта, тимәк, үҫентеләрҙең, ауырымай ғына, шунда уҡ тамыр ебәреүенә булышлыҡ итә, — тигән фекерҙә Әбйәлил урман хужалығы етәксеһе Зариф Абдуллин. — Башҡортостан Башлығы ла биләмәләрҙе йәшелләндереүҙә ҙур үҫентеләрҙе киң ҡулланыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды бит.
«Роща»быҙ яңы һулыш аласаҡ
Беҙҙең ғорурлығыбыҙ булған Асҡарҙағы ҡайынлыҡты төҙөкләндереү маҡсатында район хакимиәте быйыл федераль грантта ҡатнаша һәм барыһы ла ыңғай булып, конкурста еңеү яулаһаҡ, бында этно-парк — балалар, йәштәр һәм ололар өсөн матур ял урыны барлыҡҡа киләсәк.
Ҡайынлыҡты федераль грант ярҙамында үҙгәртеп ҡороуға әҙерлек эштәре сиктәрендә был көндө «роща»ла ла эштәр гөрләне. Бында урман хужалығы санитар ҡырҡыу эштәрен башланы: теләһә ҡайһы ваҡытта һынып төшөү, ҡолау ихтималы булған иҫке, ауырыу, серек ағастар ҡырҡып алынды. Уларҙы йыйып, төҙөлөш материалдары ҡыйлығына сығарыуҙы халыҡ өмә менән башҡарҙы. Ҡырҡылған ағастар урынына ҡайынлыҡҡа йәш үҫентеләр ултыртыласаҡ. Ҡайынлыҡта өмә барышын ҡарағандан һуң, район башлығы Айрат Әминев менән урман хужалығы етәксеһе Зариф Абдуллин бында киләсәктә башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙалланы.
«Барыһы ла килеп сығыр, тип ышанам. «Роща»быҙҙа ағастар ғына үҫмәйәсәк, барса уңайлыҡтары менән ял урыны ла буласаҡ», — тип билдәләне был йәһәттән район етәксеһе Айрат Әминев.
Өмәлә ултыртылған ағастар ныҡлы тамыр ебәреп, тыуған еребеҙҙе тағы ла йәшеллерәк, йәмлерәк итеп, гөрләп үҫеп китһен. Күмәк көс менән булдырылған таҙалыҡты һаҡлау һәр кемебеҙҙән тора, шуны онотмайыҡ.
Шулай уҡ был өмәләр — таҙалыҡ өсөн генә түгел, ә халыҡтың берҙәмлеген, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашын күрһәтеүсе сара ла. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай акциялар кешеләрҙе берләштерә, йәш быуынға патриотик һәм экологик тәрбиә бирә.