Башҡортостан лидерҙар иҫәбендә

2022 йылдан алып 269 километр инженер селтәрҙәрен файҙаланыуға тапшырған Башҡортостанторлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса  лидерҙар иҫәбенә инде. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан лидерҙар иҫәбендәБашҡортостан лидерҙар иҫәбендә
Башҡортостан лидерҙар иҫәбендә

Волга буйы федераль округы төбәктәрендә Милли именлек фондынан льготалы займ һәм федераль бюджет ярҙамы менән коммуналь инфраструктураны яңырталар. Бөгөнгө көнгә округта әлеге программалар буйынса 1000-гә яҡын торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекты сафҡа индерелгән.

Башҡортостан модернизациялау темптары буйынса Волга буйы федераль округы лидерҙары иҫәбенә инә. 2022 йылдан алып республикала 269 километр инженер селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылған.Был халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙа ҙур аҙым, шуның менән бергә “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектын үтәүгә лә үҙ өлөшөн индерә.

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин фекеренсә, коммуналь инфраструктураны яңыртыу – мөһим социаль бурыс. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын тәртипкә килтермәйенсә, селтәрҙе яңыртмайынса тороп, яңы торлаҡ, социаль объекттар төҙөлөшөндәге уңыштарыбыҙ уңайлы шарттар һәм ышаныс бирмәйәсәк. Тотош илдә ошондай эштәр алып барыла. Шул иҫәптән Волга буйы федераль округында 2022 йылдан Милли именлек фонды аҡсаһы һәм федераль ҡаҙна ярҙамы менән 982 коммуналь объектта эштәр тамамланған, шул иҫәптән 1660 километрға яҡын инженер селтәрҙәрендә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас