Төҙөкләндереү
5 Июнь , 03:20

Өфөлә Арбат буласаҡ

Өфө ҡалаһының Октябрь Революцияһы урамын реконструкциялау 2022 йылда башланғайны. Проект бер нисә этапта тормошҡа ашырыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Өфөлә Арбат буласаҡӨфөлә Арбат буласаҡ
Өфөлә Арбат буласаҡ

Әле унда инженерлыҡ селтәрҙәре алмаштырыула, юл япмаһы һәм тротуарҙаряңыртыла, яҡтыртҡыстар монтажлана. Подряд ойошмаһы вәкилдәре әйтеүенсә, планлаштырылған эштең яртыһынан күберәген башҡарғандар. Проектты 2027 йылда тамамлау күҙаллана.

Бынан тыш, 1880–1920 йылдарҙа төҙөлгән бер нисә бинаны инвесторҙар ярҙамында реставрациялау ҡарала. Тәүге башланғыстар иҫәбендә – ҡасандыр балалар баҡсаһы урынлашҡан Софронова-Янчевская йорто, Демидовтар йорто тергеҙелә.

Октябрь Революцияһы урамында 70-кә яҡын мәҙәни мираҫ объекты урынлашҡан. Уларҙа ижади киңлектәр, йәмәғәт туҡланыуы урындары, сувенирҙар һәм һөнәрселек әйберҙәре магазиндарын урынлаштырырға ниәтләйҙәр.

– Минеңсә, Өфө өсөн был – иң ҙур проекттарҙың береһе. Бында үҙебеҙҙең Арбат – йәйәүлеләр зонаһы, музейҙар, кафе, башҡа объекттар буласаҡ. Быйыл биләмәне – Яңы Күпер урамына тиклем, ә киләһе йыл Воровский урамына тиклем төҙөкләндерәбеҙ, – ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Йәнә бер мөһим йүнәлеш – тарихи биналарҙы тергеҙеү, уларҙың күбеһе ҡот осҡос хәлдә. Ҡалаға был йәһәттән инвесторҙар менән әүҙемерәк эшләргә кәрәк.

Шулай уҡ Ленин исемендәге паркта ла рекреацион зонаны төҙөкләндереү буйынса күләмле проект тормошҡа ашырыла, унда ике фонтанды реконструкциялау, йәйәүлеләр өсөн юл һалыу, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары асыу, бәләкәй архитектур һындар ҡуйыу ҡаралған. Был эштәрҙең ҙур өлөшөн Һаҡлыҡ банкы финанслай.

 Халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектын үтәүгә лә булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас