

“Ҡурай” паркындағы эштәр барышын район башлығы Айрат Әминев көндәлек контролдә тота һәм социаль селтәрҙәрҙәге битләүҙәрендә хәлдәр барышын хәбәр итә. Айрат Зиннәт улы белдереүенсә, эштәр паркта бик ҡыҙыу бара. Әле унда балалар өсөн майҙансыҡтар, өлкәндәр өсөн йәйәү йөрөү аллеялары, бөтәһе өсөн төрлө спорт майҙансыҡтары әҙер ҙә инде. Һыу инеү урыны ҡулайлаштырыла. Был тәңгәлдә һыу ятҡылығының төбө таҙартылып, унда ҡом түшәлде, ярҙары ял итеү өсөн ҡулайлаштырыла. Ял итеүселәр өсөн буфет эшләй, унда төрлө ризыҡтар, туңдырмалар һатып алырға мөмкин.
“Тиҙ арала заманса ял итеү урыны вәғәҙә итмәһәк тә, халыҡ мәнфәғәтендә эштәрҙе әкренләп башҡарып, әбйәлилдәргә бына тигән ял итеү урыны булдырырбыҙ”, тип вәғәҙәләй Айрат Зиннәт улы.