

«Был экскурсия ғына түгел. Беҙ остазлыҡ традицияһын тергеҙәбеҙ. Былтыр «Мәктәп — Уҡыу йорто — Хужалыҡ» өс яҡлы килешеүенә ҡул ҡуйылғайны. Балалар үҙ күҙҙәре менән хужалыҡта файҙаланылған роботтарҙы һәм заманса техникаларҙы күреп, ауылдың көрәк һәм һабан түгел, ә IT, дрон һәм теүәл игенселек икәнен аңлай. Һөҙөмтә күҙ алдында: ошо мәктәпте тамамлағандарҙан ике уҡыусы быйыл ауыл хужалығы институтына уҡырға инде. Был район киләсәгенә ышаныслы инвестиция!» – тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәрге битләүендә район башлығы Айрат Әминев.
Бындай хеҙмәттәшлек «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” милли проектына ауаздаш».